5 декабрь, Дүшәмбе

23 май 2013 йыл, 15:28

Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары Рәсәй төбәктәре буйлап гастролгә сыҡты

автор: Эльмира Сабирова

Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистарының гастролдәре 23 майҙа Яр Саллыла башлана. Унда Бейеү театры коллективы ҙур концерт программаһын тәҡдим итәсәк.

26-31 майҙа «Сәрби» сыуаш эстрада-фольклор ансамбле гастролдәр менән Сыуашстан Республикаһында була. Саралар Сыуашстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә үтәсәк.

Артабан Бейеү театры коллективы һәм филармония солистары Һарытауға юлланасаҡ, унда артистар һабантуйҙа ҡатнашасаҡ.

3 июндә Стәрлетамаҡ филармонияһы коллективы Краснодар крайында сығыш яһаясаҡ. 15 июндә артистар ҙур концерт программаһын Дондағы Ростов халҡына тәҡдим итәсәк.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ ҡалаларҙа Бейеү театры тамашасыларҙы донъя халыҡтары бейеүҙәре менән ҡыуандырасаҡ, солистар башҡорт һәм татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын тәҡдим итәсәк.