7 декабрь, Шаршамбы

23 май 2013 йыл, 13:05

БДУ-ның филология факультетында яңы кафедра булдырылды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында рус әҙәбиәте һәм нәшриәт эшмәкәрлеге кафедраһы булдырылды. Кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы итеп филология фәндәре докторы, профессор Валерий Пугачев тәғәйенләнде.

Яңы кафедра рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы менән ХХ быуат рус әҙәбиәте тарихы кафедраһын берләштереү һөҙөмтәһендә булдырылды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.

«Берләштереү буйынса проект хаҡында 2012 йыл аҙағынан уҡ билдәле булды. Университеттың Ғалимдар советы үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар ҡабул итте. Тәү сиратта был оптималләштереү һәм факультет эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн эшләнде. Рус әҙәбиәте һәм нәшриәт эшмәкәрлеге кафедраһында ике кафедраның да уҡытыусылары тулы составта эшен дауам итәсәк, тип планлаштырыла», тип хәбәр иттеләр филология факультеты деканатынан.

темалар: мәғариф,бду