Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Берҙәмлек – Содружество» халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты үтәсәк

Мәҙәниәт

Өфөлә БР Дәүләт академия рус драма театры алдындағы майҙанда 12 июндә «Берҙәмлек – Содружество» халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты үтә. Сара Рәсәй көнөн, Салауат Юлаев көндәрен һәм Өфө ҡалаһы көнөн билдәләү сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр иттеләр баш ҡала мэрияһының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Халыҡ ижадын, биҙәү-ғәмәли сәнғәтте популярлаштырыу; Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу; БДБ илдәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә үткәрелгән яңы фестивалдәр, программалар, илдәрҙәге мәҙәни үҙәктәр тураһында мәғлүмәт уртаҡлашыу фестивалдең төп маҡсаттары булып тора.

«Берҙәмлек – Содружество» халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда 1990-сы йылдарҙан башлап үткәрелә.

Быйыл байрам 8-12 июндә Ғафури районында, Өфө, Ишембай, Салауат, Күмертау ҡалаларында үтә. Фестивалдә Латвия, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Израиль, Польша, Ангола, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Төньяҡ Осетия-Аланиянан ҡатнашыусылар килеүе көтөлә.

Сараны ойоштороусылар булып РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй Халыҡ ижады йорто, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ғафури, Ишембай райондары, Салауат, Күмертау һәм Өфө ҡалалары хакимиәттәре сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть