6 декабрь, Шишәмбе

23 май 2013 йыл, 11:20

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үтте

автор: "Башинформ" | фото: РФ Президентының матбуғат хеҙмәте

22 майҙа Сочи ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үтте. Унда республиканың социаль-иҡтисади хәле тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентына 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы тураһында һөйләне.

Осрашыу барышында шулай уҡ республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу, тыуым, демография, торлаҡ һәм балалар баҡсалары төҙөү, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Стенограмманың тулы тексы БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.