8 декабрь, Кесе йома

23 май 2013 йыл, 11:05

Өфөлә III «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы асылды

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә 23 майҙа III «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы асылды. Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең нефть һәм газ химияһы тармағы белгестәренән тыш, форумда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡатнаша.

Ике көн дауамында сарала ҡатнашыусылар Өфөлә тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк. Улар араһында – Волга буйы федераль округында Волга нефть химияһы комплексын үҫтереү, төбәктәрҙә нефть һәм газ химияһы тармағын үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы стратегия әҙерләү, Волга нефть һәм газ химияһы комплексы предприятиелары өсөн Ямал-Волга буйы маршруты буйынса сеймал поставкалауҙы тергеҙеү һәм башҡалар.

Бынан тыш, форумда сәнәғәт компаниялары араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Сарала ҡатнашыуслар алдында сығыш яһап, Михаил Бабич халыҡ-ара форумдың Өфөлә өсөнсө тапҡыр үткәрелеүен билдәләне. «Ҙур химия» форумының абруйы йылдан-йыл арта. Ул тармаҡтың актуаль мәсьәләләрен тикшереү өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелде.