9 декабрь, Йома

23 май 2013 йыл, 10:36

Рөстәм Хәмитов етем балаларға ярҙам итеү республика маҡсатлы программаһын раҫланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөтәм Хәмитов 2013-2015 йылдарға «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбенән кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» республика маҡсатлы программаһын раҫланы. Был хаҡта БР Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.

Маҡсатлы программаны финанслау күләме бер миллиард 466 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән федераль бюджеттан 266 миллион һум йәлеп ителә. Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә сараларҙы финанслау күләме бер миллиард 200 миллион һум тәшкил итәсәк, тип фаразлана. Әлеге Программаны тормошҡа ашырыу 2015 йыл аҙағына 1850 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итергә ярҙам итәсәк.

2007-2012 йылдарҙа мәсьәләне хәл итеүгә бер миллиард 379 миллион һум аҡса бүленде, шуларҙың 445 миллион һумы федераль бюджеттан йәлеп ителде. Был средстволар ярҙамында 1646 етем баланың торлаҡ мәсьәләләре хәл ителде. 2012 йылда 751 миллион һум бүленде, шуларҙың 408 миллионы – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан, 342 миллионы федераль бюджеттан йәлеп ителде. Әлеге средстволар иҫәбенә  603 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителде.

Шул уҡ ваҡытта бюджет средстволары иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш етем балалар һаны йыл һайын республикала уртаса 240 кешегә арта. 2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата сираттан тыш торлаҡ менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә булған етем балалар һаны 1759 тәшкил итте.

темалар: бр президенты