3 декабрь, Шәмбе

23 май 2013 йыл, 9:56

Төбәктә торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре ғинуар-апрель айҙарында 13,5 процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда ғинуар-апрель айҙарында барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 4864 фатир файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың дөйөм майҙаны 458,4 мең квадрат метр тәшкил итә, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. 2012 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 13,5 процентҡа күберәк.

249,2 мең квадрат метр торлаҡ – ауыл ерендә, 209,2 мең квадрат метры ҡалаларҙа төҙөлгән.

Статистиктар торлаҡ төҙөлөшө йәһәтенән предприятие һәм ойошмаларҙың әүҙемләшеүен билдәләй. Улар 96,6 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән, үткән йылдың ғинуар-апрель айҙары менән сағыштырмаса, был 69,4 процентҡа күберәк. Шуларҙың 63,4 мең квадрат метры – күп ҡатлы йорттар, 33,2 меңе – аҙ ҡатлы йорттар.

Халыҡ үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында 3246 йорт төҙөгән, уларҙың дөйөм майҙаны 361,8 мең квадрат метр тәшкил итә (2012 йылдың тәүге дүрт айына ҡарата плюс 4,3 процент).

Быйыл сафҡа индерелгән торлаҡтың төп өлөшө элеккесә шәхси йорттарға тура килә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө структураһында уларҙың өлөшө бер йыл эсендә 85,9 проценттан 78,9-ға тиклем кәмегән.

Волга буйы федераль округында Башҡортостан ғинуар-апрель айҙарында торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса икенсе позицияны биләй. Беренсе урында Татарстан килә: унда был ваҡыт эсендә 880,8 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Йән башына иҫәптә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан округта дүртенсе урында килә.