7 декабрь, Шаршамбы

22 май 2013 йыл, 15:00

Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

2-9 июндә Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты үтә. Ярыштарҙа иң көслө шашкасылар, атап әйткәндә, бөгөнгө көндә донъя чемпионы булған Александр Георгиев, күп тапҡыр донъя чемпиондары Александр Шварцман һәм Алексей Чижов ҡатнашасаҡ. Өфөгә 24 илдән 40-ҡа яҡын спортсы киләсәк. Уларҙың барыһы ла Европа, Азия, Африка, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америка чемпионаттарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған.

Ярыштар «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының «Европейский» залында үтәсәк. Спорт ярыштарында ҡатнашыуҙан тыш, танылған спортсылар Өфөнөң балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

Чемпионатты асыу тантанаһы 2 июндә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының Ял үҙәгендә 12 сәғәттә башлана.

Ярыштарҙы www.fmsr.ru сайтында күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә аккредитация үтеү өсөн телефондар: (347) 251-16-32 йәки 89177938811.