4 декабрь, Йәкшәмбе

22 май 2013 йыл, 13:02

Өфөлә Euromoney инвестиция форумы асылды

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Конгресс-холында Euromoney инвестиция форумы асылды. Сара ағымдағы йылда төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы Euromoney компанияһы менән берлектә Башҡортостан Хөкүмәте менән ойошторолдо.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин форумды асыу тантанаһында сығыш яһап, республиканы социаль-иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙә Euromoney компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.

— Үҫеш йүнәлештәрен аныҡ билдәләнек һәм уларҙы үҙгәртергә йыйынмайбыҙ, — тип билдәләне Евгений Маврин.

Euromoney форумы Өфөлә иҡтисад өлкәһендәге башҡа мөһим саралар — «Газ. Нефть. Технологиялар-2013» күргәҙмәһе һәм «Ҙур химия» форумы – менән бер ваҡытта уҙғарыла.

Euromoney Institutional Investor PLC директоры Тристан Хиллгарт Башҡортостанды үҫтереү программаһының аныҡ булыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта, уның һүҙҙәренсә, ниндәй ҙә булһа стратегияны һәм ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн, пландарҙы эш һөҙөмтәләре менән бутарға ярамай, бөтә ҡатлам кешеләре был стратегияны аңларға һәм ҡабул итергә тейеш, шулай уҡ кеше капиталының ни тиклем мөһим булыуын аңларға кәрәк. Хиллгарт әфәнде иҫәпләүенсә, Башҡортостанға был факторҙар яҡшы таныш.

Форум көн дауамында фекер алышыуҙар форматында барасаҡ. Тәүгеһе «Башҡортостан 2013 йылда һәм киләсәктә: төп иҡтисади мөмкинлектәрҙе үҫтереү һәм файҙаланыу» темаһы буйынса үтәсәк. Шулай уҡ сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ.

Инвестиция форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Бөтә донъя банкы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу, шулай уҡ республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Ernst&Young компанияһы араһында килешеү төҙөү планлаштырыла.