10 декабрь, Шәмбе

22 май 2013 йыл, 11:10

Белорет районының ике балалар йорто өс меңдән ашыу китап алды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Шишәмбе, 21 майҙа, Белорет районы хакимиәтендә күңелле сара үтте. Район хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Владислав Миронов «Китаптар — балаларға» проекты сиктәрендә Үҙән һәм Сәрмән балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә китаптар тапшырҙы.

— Бөгөн балалар йорттарына өс меңдән ашыу китап бүләк итәбеҙ. Балалар өсөн китаптарҙы республика халҡы йыйҙы. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға уларҙың файҙаһы тейер, тип ышанабыҙ. Тиҙҙән йәйге каникулдар башлана, балаларҙың буш ваҡыты күберәк була. Ул ваҡытты китап уҡыу өсөн файҙаланырға мөмкин. «Китап – иң яҡшы бүләк» тигән боронғо әйтем бер ҙә иҫкермәҫ, тип ышанам, — тине Владислав Миронов.

— Бөгөн иң мөһиме – яҡшы уҡыу, белемде камиллаштырыу, китаптар был йәһәттән иң яшы ярҙамсы булып тора, — тип билдәләне ул.

Балалар йорттары етәкселәре Мария Калуцкая һәм Нурия Шаһиморатова тәрбиәләнеүселәр исеменән акцияны ойоштороусыларға һәм был проектта ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә рәхмәт әйтте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.