Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Күгәрсен районының Исем ауылы мәктәбендә булды

Йәмғиәт

Шишәмбе, 21 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районы буйлап эш сәфәре барышында Исем ауылы урта мәктәбенең яңыртылған бинаһын ҡараны. Йыл дауамында мәктәптә яңыртыу эштәре барҙы. Республика етәксеһе башҡарылған эшкә юғары баһа бирҙе.

– Мәктәпкә 1968 йылдан бирле ремонт үткәрелмәне, — тип һөйләне мәктәп директоры Татьяна Кузнецова. – Бүлмәләрҙә һыуыҡ ине, спорт майҙансығы мәктәп биләмәһенән алыҫта урынлашҡан ине.

Хәҙер мәктәптең үҙенең спорт залы бар, ә элекке интернат бинаһы урынында заманса туҡланыу блогы һәм башланғыс мәктәп корпусы урынлашты. Мәктәптә райондың ете ауылынан 147 бала уҡый. Дәрестәргә улар мәктәп автобусында йөрөй. Автобус өсөн гараж да төҙөлгән.

Республика етәксеһе спорт инвентарын һатып алыуҙа ла ярҙам итергә һүҙ бирҙе.

Киләһе йылда мәктәп үҙенең йөҙ йыллығын билдәләй. Татьяна Кузнецова был тантаналы сараға республика Президентын да саҡырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть