5 декабрь, Дүшәмбе

21 май 2013 йыл, 17:51

РФ Президенты Хакимиәтенең эш төркөмө Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлек барышын тикшерҙе

автор: Алик Шакиров

РФ Президенты Хакимиәтенең эш төркөмө Өфөлә 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлек барышын тикшерҙе.

Мәскәү вәкилдәре инфраструктура объекттарын ҡараны һәм саммиттарҙа ҡатнашасаҡ ил башлыҡтары, делегациялар, журналистар өсөн маршрут әҙерләне.

Атап әйткәндә, ҡунаҡтар Конгресс-холда булды һәм бинаға капиталь ремонт үткәреү проекты менән танышты. Форумдарҙа ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленде.

«Эш йомғаҡтары буйынса делегацияларҙың сараларҙа ҡатнашыу планы проекты әҙерләнде. Халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы үткәреү буйынса барлыҡ талаптарҙы үтәү һәм тәмьин итеү йәһәтенән федераль органдар менән бындай тығыҙ хеҙмәттәшлек Өфө өсөн үтә мөһим», — тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.