4 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2013 йыл, 17:07

Вячеслав Зайцев Өфө модельерҙарына мәктәп формаһын әҙерләүҙә ярҙам итте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Билдәле кутюрье Вячеслав Зайцев Өфө трикотаж фабрикаһы менән тәҡдим ителгән мәктәп формаһы моделдәрен әҙерләүҙә ҡатнашты. Хеҙмәттәштәренә ярҙам итеү өсөн модельер «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһына килде.

Вячеслав Зайцев Өфө оҫталарының юғары профессионализмын билдәләне. Трикотаж фабрикаһы коллекцияһын ул тәүге тапҡыр ағымдағы йылдың март айында Вологда ҡалаһында күргәйне. Унда РФ Президенты Владимир Путин еңел сәнәғәт өлкәһендәге хәл буйынса кәңәшмә үткәргәйне. Сара сиктәрендә күргәҙмә ойошторолдо, унда, башҡа предприятиелар менән бер рәттән, Өфө трикотаж фабрикаһы ла үҙ изделиеларын тәҡдим итте. Ул ваҡытта Вячеслав Зайцев тәҡдим ителгән коллекцияларҙың матур булыуын, юғары кимәлдә башҡарылыуын билдәләне һәм фабрика технологиялары, эшләнмәләре менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында әйтте.

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры, «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Зөһрә Исмәғилева һүҙҙәренсә, билдәле кутюрье менән хеҙмәттәшлек итеү шул ваҡытта башланған да инде.

— Яҡшы коллекция килеп сығыр, тип уйлайым. Беҙ бик һөҙөмтәле эшләйбеҙ. 5 апрелдә коллекцияның тәүге өлөшө тәҡдим ителде. Мәктәп формаһын булдырыу буйынса эште июнь айына тамамларға уйлайбыҙ, — тине Зөһрә Исмәғилева.

Берҙәм мәктәп формаһын булдырыу тураһында һүҙ йөрөтөп, Вячеслав Зайцев «форма» һүҙенең уға оҡшап етмәүен белдерҙе.

— Мәктәпкә форма түгел, ә кейем кәрәк, — тип иҫәпләй модельер.

Уның һүҙҙәренсә, кейемдәрҙе береш итеп түгел, ә берҙәм стилдә тегеү зарур.

Зөһрә Исмәғилева билдәләүенсә, бөгөнгө көндә 20-гә яҡын комплект әҙерләнгән. Мотлаҡ комплектҡа өс-дүрт элемент индерелгән. Бер комплекттың уртаса хаҡы — 2,5 мең һум.