Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡаланың «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы янында халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең мобиль офисы эшләйәсәк

Иҡтисад

Шаршамбы, 22 майҙа, Өфөнөң «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы янында ҡаланың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең мобиль офисы эшләйәсәк. Сара Халыҡ-ара эшһеҙлектән яҡлау көнө сиктәрендә ойошторола.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, теләгән һәр кешегә төрлө дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Улар араһында — вакансиялар эҙләү, һөнәри йүнәлеш биреү буйынса тестар үткәреү, консультация биреү.

Мобиль офис 14-17 сәғәттәрҙә эшләйәсәк. Барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть