Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар-2013» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Иҡтисад

21 майҙа «Өфө-Арена» спорт комплексында XXI «Газ. Нефть. Технологиялар-2013» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Унда Австирия, Германия, Америка Ҡушма Штаттары, Чехия, Бельгия һәм Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында етештерелгән заманса нефть һәм газ ҡорамалдары, төрлө материалдар, махсус кейемдәр һәм башҡа продукция тәҡдим ителә.

— Ғәҙәттә, күргәҙмәлә етештереүселәр менән заказсылар араһында оҙайлы сроклы контракттар төҙөлә, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыла, — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Алдағы бер-ике йылда сарала ҡатнашыусылар өсөн Өфөлә уңайлыраҡ шарттар булдырыласаҡ – әлеге ваҡытта биш ҡунаҡхана төҙөлә. Шуға күрә тауар етештереүселәрҙе бында эшләргә, үҙҙәренең вәкиллектәрен асырға саҡырабыҙ.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль сәләмләне. Ул Өфөлә үткән күргәҙмәнең нефтселәр берләшмәһендә мөһим роль уйнауын һәм төбәктәрҙә үткәрелгән башҡа күргәҙмәләр араһында айырыуса урын алып тороуын билдәләне.

Форумда даими ҡатнашыусылар фекеренсә, Өфөлә компанияларҙың яңы продукттарын, хеҙмәттәрен һәм эшләнмәләрен киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү, яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Тәүгә 2013 йылда күргәҙмә III «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы менән бергә ойошторола. Нефть химияһы тармағындағы ике махсуслаштырылған сара заманса технологияларҙы һәм инновацион идеяларҙы яңы форматта тәҡдим итеү өсөн бер форумға берләштерелде.

«Газ. Нефть. Технологиялар-2013» халыҡ-ара күргәҙмәһе 24 майға тиклем эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть