4 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2013 йыл, 14:17

Рөстәм Хәмитов: «Илдең дини белем биреү системаһына ярҙам итеү төп бурыстарҙың береһе булып тора»

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районында ойошторолған «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында сығыш яһаны.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, түңәрәк өҫтәлдәр барышында тикшерелгән мәсьәләләр ябай түгел.

— Беҙҙең ил генә түгел, ә бөтә донъя иҡтисади һәм социаль проблемалар кисерә. Уларҙы бергәләп хәл иткәндә генә уңыштарға өлгәшеп була. Әлбиттә, йәмғиәтте тарҡатырға, төрлө милләт кешеләрен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тырышыусылар һәр ваҡыт табылып торасаҡ. Кемдер быны — сәйәси күҙлектән сығып йәки файҙа алыу ниәте менән, кемдер ахмаҡлыҡ менән эшләй. Әммә уларҙың маҡсаттары тормошҡа ашмаясаҡ. Бына инде 225 йыл Өфө Рәсәйҙең ислам үҙәге булып тора. Мосолмандар менән бер рәттән бында башҡа дин вәкилдәре лә татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәй. Республикабыҙҙа дини конфликттар булманы һәм булмаясаҡ, — тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ үҙенең сығышында Башҡортостан Президенты мәсеттәрҙә квалификациялы йәш кадрҙар етешмәү мәсьәләһенә лә туҡталды.

— Беҙҙең республикала йыл һайын 50-70 яңы мәсет төҙөлә. Бөгөн уларҙың һаны меңдән ашыу. Шул уҡ ваҡытта күп кенә имамдар ныҡ олоғайған. Йәш имамдар етешмәй. Бындай күренеш беҙҙә генә түгел, бөтә илдә күҙәтелә.

Беҙҙең алда торған төп бурыстарҙың береһе – илдең дини белем биреү системаһына ярҙам итеү. Дәүләт был йәһәттән етди эштәр башҡара. Мәҫәлән, юғары уҡыу йорттары дини белем биреү учреждениеларына партнер булараҡ беркетелә. Беҙҙең республикала Рәсәй мосолманадары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты менән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Өфөлә округ төбәктәренең дин әһелдәре өсөн квалификация күтәреү үҙәген булдырыу идеяһын хуплайбыҙ. Баш ҡалала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Ислам академияһын ойоштороу проекты өҫтөндә эш дауам итә, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты билдәләүенсә, быларҙың барыһы ла, тәү сиратта, дини белем алырға тырышҡан мосолман йәштәре өсөн эшләнә.

— Бының өсөн йәштәргә сит илдәргә барырға кәрәкмәй. Бөгөн хөрмәтле дин әһелдәре менән бергә ислам динен өйрәнеү һәм пропагандалау өҫтөндә әүҙем эшләү мөһим. Йәмғиәттең алкоголизм, наркомания, әхлаҡһыҙлыҡ кеүек кире күренештәре менән бергәләп көрәшергә кәрәк. Беҙҙең өсөн йәштәребеҙҙең бында ҡалыуы, киләсәктәрен республика менән бәйләүе мөһим. Әлбиттә, йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу, торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре беҙҙә бар. Әммә уларҙы хәл итергә тырышабыҙ. Йәштәргә белем алыу, карьера төҙөү өсөн тейешле шарттар булдырабыҙ. Иң мөһиме – йәштәребеҙ маҡсатҡа ынтылышлы, эш һөйөүсән булһын, республика именлеге өсөн эшләргә теләһен, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.