11 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2013 йыл, 11:34

Күгәрсен районынан Рафиҡ Ҡотлоғужин «Моңға бай гармун байрамы» конкурсында Гран-при яуланы

автор: Эльмира Сабирова

Күгәрсен районынан Рафиҡ Ҡотлоғужин Фәтих Иҡсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсында Гран-при яуланы.

Гармун байрамында Башҡортостан, Удмуртия, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Пермь өлкәһенән йәмғеһе 74 кеше һәм 30 ансамбль ҡатнашты. Уларҙың сығыштарына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы профессоры Вячеслав Беляков рәйеслегендәге жюри баһа бирҙе.

Беренсе урынға ике гармунсы – Учалынан Игорь Сергеев һәм Өфөнән Рәмил Фәйзуллин лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Икенсе урынды – Благовещен ҡалаһынан Надежда Володина һәм Саҡмағош районынан Рәйес Ҡаҙраев, өсөнсө урынды Яңауылдан Хәҙит Тохбатов, Туймазынан Йәмил Хәсәнов һәм Пермь крайы Барҙа ауылынан Йәүҙәт Зимасов яуланы.

Ансамблдәр араһында беренсе урынға – Яңауыл районы балалар сәнғәт мәктәбенең тальянсылар триоһы (етәксеһе — Гүзәл Сәбирйәнова) һәм Миәкә районының «Дим» гармунсылар ансамбле (етәксеһе — Фәнир Миһранов), икенсе урынға – Тәтешле районының халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе – Фиғәт Зиннуров) һәм Баймаҡ районының гармунсылар ансамбле (етәксеһе – Азамат Хоҙайбирҙин), өсөнсө урынға – Яңауыл районы балалар сәнғәт мәктәбенең тальянсылар ансамбле (етәксеһе Динара Килмәтова) лайыҡ булды.

Илеш районынан 86 йәшлек Рәфис Мөслөхов — «Конкурстың иң оло ҡатнашыусыһы», шул уҡ райондан алты йәшлек Эмир Шамратов «Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы» тип танылды.

Байрам һуңында Яңауылдың ял паркында гармунға һәйкәл асылды.