3 декабрь, Шәмбе

21 май 2013 йыл, 10:35

28 майҙа БР Дәүләт Йыйылышының 63-сө ултырышы үтә

автор: Людмила Терновая

28 майҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 63-сө ултырышы үтә. Бындай ҡарар республика парламенты Президиумының сираттағы ултырышында ҡабул ителде. Депутаттар алдағы пленар ултырыштың көн тәртибен раҫланы, унда 27 һорау индерелде.

Атап әйткәндә, закон сығарыусылар иғтибарына БР Хөкүмәтенең 2012 йылда республика маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыу барышы тураһындағы отчеты тәҡдим ителәсәк.

«Башҡортостан Республикаһында 2012 йылда бала хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү һәм яҡлау тураһында» доклады менән Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил сығыш яһаясаҡ.

Ултырышта ҡаралған йәнә туғыҙ һорау республиканың айырым суд участкаларына мировой судьялар тәғәйенләүгә бәйле.

Артабан депутаттар закон проекттарын тикшерәсәк. 14 закон проекты пленар ултырышта закон статусын алырға тейеш. Шулай уҡ закон сығарыусылар иғтибарына бығаса профилле комитеттар ултырыштары сиктәрендә ҡаралған закон проекттары тәҡдим ителәсәк. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһының Инвестициялар фонды тураһында», «Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм ҡулланылыштағы милкенә капиталь ремонт үткәреү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында граждандар һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында».

Тәүге уҡыуҙа тикшереүгә шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының 2013 йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы БР законы проекты тәҡдим ителәсәк.

Бынан тыш, алдағы ултырышта «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай регламентына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы ҡарар проекты тикшереләсәк.