9 декабрь, Йома

20 май 2013 йыл, 17:22

Республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3588 һум тәшкил итә

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың апрелендә Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3588 һум тәшкил итте, был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменәң 58 процентына тиң.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен эшһеҙҙәрҙең – 36 проценты, максималь күләмен 40 проценты ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта республикала рәсми рәүештә теркәлгән 26 меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә. Уларҙың 44 проценты – ауыл кешеләре.