Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Күгәрсен районында «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумы асылды

Йәмғиәт

Күгәрсен районында II «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумы асылды. Йәштәр сараһын асыу тантанаһында БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Артур Сөләймәнов, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты һәм М.Аҡмулла исемендәге Башорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре булды.

Форумда Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан мосолман йәштәре, төбәктең юғары һәм урта дини уҡыу йорттары студенттары, дин эшмәкәрҙәре һәм киң мәғлүмт саралары вәкилдәре – йәмғеһе 350-гә яҡын кеше ҡатнаша.

Йәштәр слетының тәүге көнөндә секциялар эшләйәсәк, кискеһен Көрьән буйынса конкурстар, шулай уҡ спорт ярыштары ойоштороласаҡ, «Ислам — экстремизмға ҡаршы!» концерт программаһы тәҡдим ителәсәк.

21 майҙа секциялар эше дауам итәсәк. Артабан форумға йомғаҡ яһаласаҡ, делегаттарҙы, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе почет грамоталары һәм приздар менән тәбрикләү тантанаһы үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть