5 декабрь, Дүшәмбе

20 май 2013 йыл, 15:49

Төбәктә «Эшсе һөнәрҙәр – яңы быуын йәштәренә» проекты старт алды

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда «Эшсе һөнәрҙәр – яңы быуын йәштәренә» проекты старт алды. Уны ойоштороусылар булып «Аҡбуҙат» ипподромы дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай. Уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү, шулай уҡ эшсе һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге һөнәрҙәрҙе пропагандалау проекттың төп маҡсаттары булып тора. Уның сиктәрендә йәштәр алдынғы предприятиеларға барып, уларҙың етештереү ҡеүәтен өйрәнәсәк, тарихы менән танышасаҡ һәм теге йәки был һөнәрҙә үҙҙәрен һынап ҡарай аласаҡ.

Проектҡа республиканың бер нисә предприятиеһы йәлеп ителде. Улар араһында — «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы, «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Авиация технологиялары технопаркы», Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе, «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийы.

Проектта тәүгеләрҙән булып Белорет районы Үҙән ауылының балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. Экскурсия программаһы барышында уҡыусылар Өфө трикотаж фабрикаһының текстиль цехтарында булды, модельерҙар, дизайнерҙарҙың нисек эшләгәнен күрҙе. «Аҡбуҙат» ипподромында ҡунаҡтар тимерсе һөнәре, һыбайлылар һәм йылҡысылар эшмәкәрлеге менән танышты, атта йөрөнө, ипподромда һәр шәмбе һайын үткәрелгән ярыштарҙы ҡараны.

Артабан төркөм «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юлланды. Билдәле булыуынса, бында юғары технологиялы электрохимия станоктары етештерелә. «ЕСМ» йәмғиәте станоктары Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында ҡулланыла.

Иң аҙаҡтан балалар «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийында урынлашҡан икмәкханала булды. Цех яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ҡунаҡтар изделиеларҙан ауыҙ итте, икмәкхана эшмәкәрлеге менән танышты.

Барлыҡ предприятие етәкселәре балаларҙы үҙҙәре ҡаршы алып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Проектта ҡатнашҡан ҡайһы бер предприятиелар балалар йорто хакимиәтенә йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса артабан хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итте.

«Аҡбуҙат» ипподромы дәүләт унитар предприятиеһы ҡаланың башҡа предприятиеларын да проектта ҡатнашырға саҡыра.