Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда 2013 йылға граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса адреслы программа раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте 2013 йылға граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса республика адреслы программаһын раҫланы.

2013 йылда был маҡсаттарға республика бюджетынан 241,5 миллион һум аҡса бүленәсәк. Өҫтәмә финанслау сығанаҡтарынан 23 миллион 233 мең һум йүнәлтеләсәк.

Был средстволарға 8,2 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡ фонды урынына 9 мең квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡ һатып алынасаҡ. Ағымдағы йылда адреслы программаға Күмертау, Туймазы, Яңауыл ҡалалары һәм Туймазы районының Ҡандра ауылы индерелде. Йәмғеһе 185 торлаҡ йорттан граждандар күсереләсәк. Программала ҡатнашыусы йорттарҙың исемлеге Хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть