11 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2013 йыл, 14:26

Өфөгә Карлсруэ ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы делегацияһы киләсәк

автор: Эльвира Латипова

Карлсруэ ҡалаһының (Германия Федератив Республикаһы) Сауҙа-сәнәғәт палатаһы делегацияһының Өфөгә эш визиты 20-22 майға планлаштырылған. Делегацияны Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Вольфганг Гренке етәкләйәсәк.

Программа сиктәрендә дүшәмбе, 20 майҙа, делегация Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осраша.

21 майҙа ҡунаҡтар Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһына бара. Артабан делегация «Өфө-Арена»ла асыласаҡ «Газ. Нефть. Технологиялар-2013» күргәҙмәһе менән танышасаҡ. 22 майҙа Германия вәкилдәре Өфөнөң Когресс-холында ойоштороласаҡ Euromoney инвестиция форумында ҡатнашасаҡ.