5 декабрь, Дүшәмбе

20 май 2013 йыл, 12:39

Рөстәм Хәмитов төбәктең дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең сығымдарына контроллек итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

автор: «Башинформ»

17 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында»ғы, «Дәүләт вазифаһын башҡарыусыларҙың һәм бүтән кешеләрҙең сығымдарының килемдәренә ярашлылығына контроль тураһында»ғы федераль закондарҙың айырым положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса саралар хаҡында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документ Башҡортостандың дәүләт вазифаларын, дәүләт граждан хеҙмәте, муниципаль һәм муниципаль хеҙмәт вазифаларын башҡарған кешеләрҙең, уларҙың ир йәки ҡатындарының, шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларының сығымдарына контроль тәртибен билдәләй.

Ер участкаһы, башҡа күсемһеҙ милек объекты, транспорт, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, акциялар һатып алғанда килешеү хаҡы хеҙмәткәрҙең дөйөм килеменән юғарыраҡ булһа, сығымдар хаҡында белешмә ҡағыҙы тапшырылырға тейеш.

Башҡортостан Президентының Указына ярашлы, бындай мәғлүмәттәргә бүтән ил банктарындағы иҫәптәр, аҡса, сит дәүләттәрҙең ҡиммәтле ҡағыҙҙары, облигациялары, акциялары, Рәсәйҙән ситтәге күсемһеҙ милек тураһындағы белешмәләр инә.