5 декабрь, Дүшәмбе

20 май 2013 йыл, 11:41

Төбәктә ойошторолған яҙғы өмәләрҙә 317 мең тонна сүп-сар сығарып түгелде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда ойошторолған экологик өмәләрҙә быйыл яҙ йәмғеһе 317 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелде, 1,3 миллион квадрат метрҙан ашыу юл, 233 мең погон метрға яҡын ҡойма һәм бина фасадтары ремонтланды.

Бынан тыш, өмәләрҙә ҡатнашыусылар 495 меңгә яҡын ағас һәм ҡыуаҡ ултыртты, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хемәтенән. Миәкә районы йәшелләндереү буйынса лидерҙар иҫәбенә инде, унда быйыл яҙ 120 мең үҫенте ултыртылды.

— Бөгөнгө көнгә республиканың сүп-сарҙан таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән территорияһы 99 процент тәшкил итә, — тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Шулай уҡ БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторҙары административ комиссиялар составында 1330 объектты тәбиғәт һаҡлау закондарының үтәлешенә тикшерҙе. Штрафтарҙың дөйөм суммаһы 316 мең һум тәшкил итте.