9 декабрь, Йома

20 май 2013 йыл, 10:43

Башҡортостан Президенты «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашты

автор: "Башинформ" | фото: Александр Данилов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә С.Т.Аксаков мемориаль йорт-музейында, БР Милли музейында, Санкт-Петербургтағы Рус музейының виртуаль филиалында, «Мираҫ» галереяһында булды.

Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Өфөнөң иң ҡыҙыҡлы музейҙары үҙ экспонаттарын тәҡдим итте. Улар араһында — Милли банк музейы, йылҡысылыҡ музейы, «Оҫталар ҡалаһы», «Интеллектус» музейы, Ботаника баҡсаһы. «Музейҙар төнө» сиктәрендә шулай уҡ балалар өсөн үҙенсәлекле уйын майҙансыҡтары ойошторолдо.

БР Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин һүҙҙәренсә, бындай акция музейҙарға һәм галереяларға үҙ мөмкинлектәрен күрһәтергә, уларға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итергә, йәштәрҙә музейҙарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға мөмкинлек бирә.

С.Т.Аксаков мемориаль йорт-музейында Рөстәм Хәмитов әҙәбиәт һәм күргәҙмә залдарында урынлашҡан экспозициялар менән танышты, шулай уҡ рәссам, «Илһам» ижади берләшмәһе етәксеһе Наталья Якунина менән ойошторолған «Тылсымлы төштәр» ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡараны. Президент иғтибарын айырыуса RA дуэтының (Рузанна Орленко һәм Айрат Яҡупов) ҡурсаҡтар коллекцияһы йәлеп итте. Рөстәм Хәмитов бындай ҡурсаҡтарҙы һатыр өсөн махсус магазин булдырыу кәрәклеген билдәләне.

Санкт-Петербургтағы Рус музейының Өфө дәүләт сәнғәт академияһында урынлашҡан виртуаль филиалында Башҡортостан Президенты мультмедиа кинотеатрында булды, юғары уҡыу йорто етәкселеге һәм студенттары менән аралашты. Өфөнөң «Мираҫ» сәнғәт галереяһында республика етәксеһе РФ Рәссамдар союзы ағзаһы Рафаил Бураҡановтың шәхси күргәҙмәһе менән танышты.