10 декабрь, Шәмбе

17 май 2013 йыл, 17:17

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә, шул уҡ ваҡытта һауа температураһы көндөҙ – плюс 15-16 градус, төндә урыны менән нуль градус тәшкил итәсәк.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, киләһе аҙнала һауа торошо республикала әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Һауа температураһы көндөҙ 17-18 градустан юғары күтәрелмәйәсәк.

темалар: һауа торошо