7 декабрь, Шаршамбы

17 май 2013 йыл, 16:40

Өфөлә инвалид балалар өсөн «Ҡанатлы аттар» республика фестивале үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Республика иппотерапия үҙәгендә (Аврора урамы, 18) 22-23 майҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Ҡанатлы аттар» фестивале үтә.

Был уникаль проект БР Мәғариф министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан физик культура институты ярҙамында Өфөлә дүртенсе тапҡыр ойошторола. Байрам Балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата үткәрелә.

Фестивалдең беренсе көнөндә ат спорты буйынса Махсус Олимпиада программаһы буйынса ярыштар үтәсәк. Ат спортын үҫтереү, инвалид балалар араһында уны популярлаштырыу; үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, уларҙы спортҡа йәлеп итеү; инвалидтарҙы реабилитациялау, йәмғиәткә яраҡлаштырыу буйынса махсуслашҡан ойошмалар эшмәкәрлеген әүҙемләштереү; Башҡортостандың коррекцион мәктәптәре араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм нығытыу сараның төп маҡсаттары булып тора.

Ярыштар 14.00 сәғәттә башлана.

23 майҙа балалар ҡатнашлығында хәйриә байрамы үтәсәк. Программала ярыштарҙа еңеү яулаған команданы тәбрикләү тантанаһы, 59-сы мәктәп-интернат командаһының һәм иппотерапия үҙәге спортсыларының вольтижировка буйынса оҫталыҡ дәресе, «Дарман» театрының сығышы ҡаралған. Ойоштороусылар башҡа бихисап күңелле сығыштар һәм конкурстар вәғәҙә итә. Байрамда ҡатнашыусылар өсөн приздар һәм сувенирҙар ҡаралған.

Инеү – бушлай.