Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан «Берҙәм Рәсәй» партияһы форумында «Яҡташтар» проектын тәҡдим итте

Йәмғиәт

— Башҡортостан төбәк бүлексәһе «Яҡташтар» проекты менән ғорурлана ала, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов Мәскәүҙә проекттың презентацияһы барышында.

«Һәр төбәктән берешәр генә проект талап ителде. Шуға күрә «Яҡташтар» проектын тәҡдим итергә булдыҡ, — тине ул. — Рәсәйҙә бығаса бындай акцияны берәүҙең дә үткәргәне булманы».

Проектта ике миллионға яҡын кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте Альберт Мифтахов. Был республика халҡының яртыһы тиерлек. «Тимәк, алдыбыҙға ҡуйған маҡсатҡа өлгәштек», — тип билдәләне Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе.

«Яҡташтар» проекты республикала «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе башланғысы менән 2012 йылдың ноябрендә старт алды. Хәҙерге замандың ысын геройҙарын, халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған, ышаныс яулаған кешеләрҙе асыҡлау акцияның төп маҡсаты булып торҙо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть