6 декабрь, Шишәмбе

17 май 2013 йыл, 14:23

Магнитогорскиҙа Башҡортостан продукцияһы көндәре үтәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

23-26 майҙа «Магнитогорскиҙа Башҡортостан продукцияһы көндәре» төбәк-ара күргәҙмәһе үтә. Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеү сиктәрендә бындай сара ҡалала тәүге тапҡыр үткәрелә. Күргәҙмәне ойоштороусылар булып БР Хөкүмәте, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге, Магнитогорск хакимиәте ярҙамында «Башҡортостан сауҙа йорто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Экспо Групп Урал» күргәҙмә компанияһы сығыш яһай.

Күргәҙмәлә аҙыҡ-түлек продукттары, һаулыҡ өсөн тауарҙар, фитопродукция, ҡулдан эшләнгән сувенирҙар, кейемдәр, аяҡ кейемдәре, текстиль һәм, әлбиттә, данлыҡлы башҡорт балы тәҡдим ителәсәк.

Сара ышаныслы хеҙмәттәшлек майҙансығын булдырыуға булышлыҡ итәсәк, унда Башҡортостан эшҡыуарҙары үҙ продукцияһын тәҡдим итеүҙән тыш, эшлекле бәйләнештәр булдырып, бизнес буйынса партнерҙар табып, тәжрибә уртаҡлаша аласаҡ.

Бынан тыш, күргәҙмә сиктәрендә «Башҡорт киноһы төнө» кинофестивале үтәсәк, унда режиссерҙар, кинооператорҙар һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.