4 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2013 йыл, 13:15

18 майҙа баш ҡалала һуңғы дөйөм ҡала өмәһе үтә

автор: Галина Бахшиева

18 майҙа Өфөлә һуңғы дөйөм ҡала өмәһе үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Башҡортостанда иғлан ителгән территорияларҙы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса яҙғы айлыҡ сиктәрендә ойошторола.

Баш ҡалала 20 апрелдә үткән беренсе дөйөм ҡала өмәһендә 137 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың 25 меңе юлдарҙы таҙартыу буйынса сараларға йәлеп ителде.

Бер көн эсендә Өфөлә 10 мең кубометр сүп-сар сығарып түгелде. Дөйөм алғанда территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартыу буйынса эштәргә 20 апрелдә 1100 берәмек махсус техника йәлеп ителде.