3 декабрь, Шәмбе

17 май 2013 йыл, 13:03

Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекттары форумы асылды

автор: Сергей Захаров | фото: Азат Саҙрыев

17 майҙа Мәскәү мэрияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекттары күргәҙмәһе асылды. Бында 20-нән ашыу федераль һәм төбәк проекты менән танышырға була. Башҡортостан форумда партияның төбәк бүлексәһе менән ойошторолған «Яҡташтар» проектын тәҡдим итә.

Партияның Юғары советы рәйесе Борис Грызлов билдәләүенсә, «Берҙәм Рәсәй» илдә йәмғиәт һәм власть менән эшләү йәһәтенән бындай механизмды киң ҡулланған берҙән-бер сәйәси партия булып тора».

Партия проекттарын тормошҡа ашыра башлау тураһындағы ҡарар 2006 йылда «Берҙәм Рәсәй»ҙең етенсе съезында ҡабул ителде. Бөгөнгө көндә партия 40-тан ашыу федераль һәм 380 төбәк проектын бойомға ашыра.

Бөгөн етенсе бөтә Рәсәй медиафорумы үтәсәк. Унда, берҙәм рәсәйлеләрҙән тыш, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, журналистар ҡатнашасаҡ.

Шәмбе, 18 майҙа, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары һәм Генераль советтарының берлектәге киңәйтелгән ултырышында партия проекттары форумына йомғаҡ яһаласаҡ. Ултырышта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе, партия лидеры Дмитрий Медведев ҡатнашасаҡ.