6 декабрь, Шишәмбе

17 май 2013 йыл, 12:30

Мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында еңеүселәр Лондонға барып ҡайтты

автор: Дмитрий Слезин | фото: БР Баскетбол федерацияһы

«КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты Башҡортостанда 2009 йылдан башлап үткәрелә. Үткән миҙгелдә республиканың ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары чемпионаттың Суперфиналына сыҡты, унда Рәсәйҙең иң яҡшы командалары ҡатнашты. Баш ҡаланың «Өфө-Арена» һарайында Өфөнөң егеттәр командаһы Новосибирск спортсыларынан ике мәрәйгә еңелеп, икенсе урын яулағайны.

Финалда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та булды. «Беҙ ҡунаҡсыл кешеләр – ҡунаҡтар өсөн беренсе урынды йәлләмәнек, әммә киләһе йылда чемпион булырбыҙ, тип ышанабыҙ!» — тигәйне Президент.

Республика башлығының һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты. 2012-2013 йылдар миҙгелендә Салауат ҡалаһының 1-се лицейы спортсылары Волга буйы федераль округы ярыштарында еңеү яулап, Пермдә үткән «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының суперфиналында Рәсәй чемпионы булды.

Еңеүсе булараҡ, Салауат уҡыусылары 2013 йылдың майында Лондонға барып ҡайтты. Башҡортостан вәкилдәре Англияның баш ҡалаһында спорт объекттарын ҡараны, иҫтәлекле урындарҙа булды.