Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы «Туриада-2013» лагерында ҡатнашасаҡ

Спорт

Башҡортостан делегацияһы Волга буйы федераль округының «Туриада-2013» спорт-туристик лагерында ҡатнашасаҡ. Сара Һарытау өлкәһендә 22-25 майҙа үтә.

Туризм буйынса спорт мастеры һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе Николай Пестов етәкселегендәге команда составына 35 кеше инде. Өфө һәм Бөрө ҡалаларының туристик клубтарында шөғлләнеүселәр, республика ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар, шулай уҡ тренерҙар һәм судьяларҙан торған команданы Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта етәкләйәсәк.

Төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт ведомствоһы етәксеһе һүҙҙәренсә, команда спорт-туристик лагерҙа ҡатнашыуға әүҙем әҙерләнә.

— Лагерға федераль округтың көслө спортсылары һәм туристары йыйыласаҡ. Башҡортостан Республикаһы исеменән лайыҡлы сығыш яһау беҙҙең төп бурыс булып тора. Команданан юғары һөҙөмтәләр көтәбеҙ, — тине министр.

Спорт-туристик лагерь – округтың иң яҡшы спортсыларын һәм туристарын асыҡлауға, туризмды пропагандалауға йүнәлтелгән комплекслы сара. РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич патронажы аҫтында үткәрелгән сарала 16-21 йәштәрҙәге 500-гә яҡын уҡыусы һәм студент ҡатнашасаҡ.

Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть