Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Илдар Замалетдинов БР Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2012 йылдың 16 майындағы Указы менән бығаса БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы вазифаһын биләгән Илдар Замалетдиновты Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләне. Указ ҡул ҡуйған көндән үҙ көсөнә инде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика башлығының икенсе Указы менән БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты итеп үҙгәртелде.

Биографик белешмә. Замалетдинов Илдар Ғәҙелйән улы 1958 йылда Ейәнсура районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 2008 йылдан әлегә тиклем республиканың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы, баш дәүләт торлаҡ инспекторы булып эшләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть