Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Николай Морозкин Башҡорт дәүләт университеты ректоры итеп һайланды

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университеты ректоры итеп физика-математика фәндәре докторы, профессор, иҫәпләү математикаһы кафедраһы мөдире Николай Морозкин һайланды. Йәшерен тауыш биреү барышында уның кандидатураһы өсөн 167 тауыш бирелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 майҙа Башҡорт дәүләт университетында коллективтың юғары уҡыу йорто етәксеһен һайлау буйынса конференцияһы үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе Усеин Джемилев, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, Ректорҙар советы рәйесе Морат Ғөзәйеров, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары ҡатнашты.

Биографик белешмә. Николай Морозкин 1953 йылда тыуған. Юғары белемле. Н.П.Огарев исемендәге Мордовия дәүләт университетын тамамлай. 1975-1980 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының ғәмәли математика факультетында уҡый (стажер-тикшеренеүсе, аспирантура). Аспирантураны тамамлағандан һуң, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Мордовия дәүләт университетында тәүҙә ассистент, унан һуң өлкән уҡытыусы булып эшләй. 1983 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

Николай Морозкин — «Рәсәй Федерацияһының Почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть