Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитовтың Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш визиты тамамланды

Йәмғиәт

12-15 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Визит барышында Ҡытай Республикаһының Дәүләт Советы ағзаһы Ян Цзечи, Хубэй провинцияһы губернаторы Ван Гошен, Ҡытайҙың Үҫеш һәм реформалар буйынса дәүләт комитеты етәкселеге, бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Делегация ағзалары Ҡытайҙың ҙур предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты.

Ухань ҡалаһында төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса «түңәрәк өҫтәл»үтте. Унда Волга буйы федераль округы делегацияһы һәм Аньхой, Сычуань, Хубэй, Хунань, Цзянси провинциялары, Чунцин һәм Ухань ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Сара барышында Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымы төбәктәре менән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында протоколға ҡул ҡуйылды. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының презентацияһы менән сығыш яһаны, Ҡытай провинциялары менән үҙа-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

2012 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡытай араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 609,8 миллион АҠШ доллары тәшкил итте, шул иҫәптән экспорт – 483 миллион доллар, импорт — 126,8 миллион доллар. Башҡортостандың дөйөм тышҡы сауҙа әйләнеше күләмендә Ҡытай алтынсы урында тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть