9 декабрь, Йома

16 май 2013 йыл, 16:14

Өфөлә Башҡортостандың балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн спорт байрамы үтәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

22 майҙа Өфөнөң «Динамо» стадионында Башҡортостандың социаль учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр өсөн спорт байрамы үтә. Ойоштороусылар булып «Байтул Мал» фонды, БР Футбол һәм мини-футбол федерацияһы, төбәктең Бильярд спорты федерацияһы, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты сығыш яһай. Спорт байрамы сиктәрендә мини-футбол буйынса «Алтын бутсы» турниры, бильярд һәм дартс буйынса турнирҙар үтәсәк. Ярыштарҙа республиканың балалар йорттарынан һәм социаль учреждениеларынан йәмғеһе һигеҙ команда ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына «Байтул Мал» фондынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы йәйге спорт миҙгелендә һыу спорты төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү планлаштырыла.

Байрам 10.00 сәғәттә башлана, инеү – бушлай.

темалар: хәйриә,балалар