Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Сыуашстанда башҡорт фильмдары күрһәтеләсәк

Мәҙәниәт

Чебоксар халыҡ-ара кинофестиваленең ойоштороу комитеты «Башҡортостан» киностудияһын махсус программала ҡатнашыуға саҡырҙы. Фестиваль Чебоксар ҡалаһында 2013 йылдың 20-25 майында үтә.

«Башҡортостан» киностудияһынан хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә ике ҡыҫҡа метражлы фильм тәҡдим ителәсәк. Улар – «Карусель» (режиссеры Роман Пожидаев) һәм «Өйләнәм!» (режиссеры Таңсулпан Бураҡаева), шулай уҡ Вилюра Иҫәндәүләтованың «Рожденный дважды» исемле документаль фильмы.

«Рожденный дважды» фильмы бығаса VIII Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә, XVIII «Сталкер» халыҡ-ара кеше хоҡуҡтары тураһындағы фильмдар фестивалендә, XI «Красногорский» халыҡ-ара спорт фильмдары фестивалендә ҡатнашты.

Чебоксар халыҡ-ара фестивале Сыуашстан Респубикаһында 26 майҙан 1 июнгә тиклем үтәсәк Башҡортостан Республикаһы көндәре алдынан ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть