4 декабрь, Йәкшәмбе

16 май 2013 йыл, 14:41

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар конкурстарҙа ҡатнашыуға саҡырыла

автор: Галина Бахшиева

15 майҙан Рәсәйҙә социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү сиктәрендә конкурстарҙа ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә.

Заявкалар 2013 йылдың 15 июленә тиклем ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан.

Был маҡсаттарға федераль бюджеттан 2013 йылда 2300 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Конкурстарҙа дәүләткә ҡарамаған һәм муниципаль милектә булмаған ойошмалар ҡатнаша ала. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға йәмәғәт һәм дини ойошмалар, фондтар, учреждениелар, коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡтар, автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар шулай уҡ юридик шәхестәр берләшмәләре (ассоциациялары һәм союздары) ҡарай.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән БР Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһы сайттарында танышырға мөмкин.