Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Лилиә Ғүмәрова баш табиптарға күсмә медицина комплекстарынан асҡыстар тапшырҙы

Йәмғиәт

Башҡортостанда 11 дауахана «КАМАЗ» автомобиле базаһында күсмә медицина комплекстары алды. Мобиль поликлиникалар менән хәҙер Республика кардиология диспансеры, Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһы, Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһы, Нефтекама Үҙәк ҡала дауаханаһы, Белорет Үҙәк район клиник дауаханаһы, Күмертау Үҙәк ҡала дауаханаһы, Бөрө район дауаханаһы, Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһы, Мәсәғүт Үҙәк район дауаханаһы тәьмин ителде. Шулай уҡ Дыуан районына һәм Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына «Балалар сәләмәтлеге» үҙәктәре тапшырылды.

Дауалау учреждениелары етәкселәренә күсмә медицина комплекстарынан асҡыстарҙы тантаналы рәүештә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.

— Бер йылдан ашыу элек Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы нигеҙендә модуль ярҙам күрһәтеү үҙәген төҙөргә ҡарар ителде. Һәм был мәсьәлә көндән-көн хәл ителә килә. Күсмә медицина комплекстары төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә, — тине вице-премьер.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев билдәләүенсә, республиканың күсмә модулдәр ҡулланыу тәжрибәһе федераль кимәлдә юғары баһа алған. Башҡортостан өлгөһөндә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төпкөлдә йәшәгән халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында ҡайһы бер субъекттарға шундай уҡ күсмә модулдәр алырға ҡушҡан. «Бындай үҙәктәрҙе һатып алыуға средстволар республикаға яңыртыу программаһын уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн премия булараҡ бүленде. Шуға күрә, мөмкинлектән файҙаланып, был эшкә үҙ өлөшөн индергән кешеләргә рәхмәтемде белдерәм», — тине министр.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы 11 күсмә медицина комплесының дөйөм хаҡы 281,5 миллион һум тәшкил иткән. Бөгөнгө көндә 190 махсус медицина ярҙамы күрһәтеү автомобиле эшләй. 15 майҙа ике ашығыс ярҙам машинаһы Республика балалар клиник дауаханаһына тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть