7 декабрь, Шаршамбы

16 май 2013 йыл, 12:27

Әлшәй районы китапханалары ике меңдән ашыу китап алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Йәш гвардиясылар «Китаптар — балаларға» социаль проекты сиктәрендә Балаларға ярҙам итеү үҙәгенә һәм Әлшәй районының барлыҡ китапханаларына ике меңдән ашыу китап тапшырҙы. Акция балалар йорттарында, приюттарҙа, интернеттарҙа, ауыл мәктәптәрендә урынлашҡан китапханалар фондын тулыландырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Бындай акция үткәреү башланғысы менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сығыш яһаны. Башҡортостанда «Китаптар — балаларға» проекты, «Яҡташтар» кеүек үк, халыҡта хуплау тапты.

— Балалар яҙмыштарына битараф булмаған, бындай проекттарҙы тормошҡа ашырған кешеләргә ҙур рәхмәт. Улар үҫеп килгән быуын вәкилдәренә уҡымышлы, белемле булыу мөмкинлеген бирә, — тине «Йәш Гвардия» активистары.