2 декабрь, Йома

16 май 2013 йыл, 11:00

Мәскәүҙә Башҡортостан үҙенең инвестицион һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙы

автор: Галина Бахшиева

Мәскәүҙә, Ҡаҙағстан һәм Төркиәнең Рәсәйҙәге илселектәрендә, Башҡортостан үҙенең инвестицион һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙы.

Башҡортостан исеменән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалаов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин һәм башҡа рәсми кешеләр сығыш яһаны.

14 майҙа Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Галым Оразбаков, шулай уҡ Ҡаҙағстандың эшлекле даирәһе һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Осрашыу барышында ике республиканың артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Атап әйткәндә, машиналар эшләү, нефть химияһы, ағас эшкәртеү, фармакология, туризм һәм иген эшкәртеү өлкәләрендә берлектә проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Бынан тыш, Галым Оразбаков Ҡаҙағстан ҡалалары менән Өфө араһында тура авиабәйләнеш булдырыу, шулай уҡ Астанала Башҡортостан Республикаһының сауҙа үҙәген асыу мөмкинлектәрен тикшерергә тәҡдим итте.

15 майҙа Башҡортостандың презентацияһы Төркиәнең Рәсәйҙәге илселегендә үтте. Республика делегацияһын Төркиә Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Тулы хоҡуҡлы илсеһе Айдын Сезгин сәләмләне. Осрашыуҙа шулай уҡ Төркиәнең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, ҙур предприятие етәкселәре, бизнес вәкилдәре ҡатнашты.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн Төркиә Республикаһы делегацияһының Өфөгә визитын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр ителә БР Хөкүмәте сайтында.