Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Дыуан районында «Киләсәк - эшсе кадрҙар ҡулында» йәштәр акцияһы үтә

Иҡтисад

Бөгөн Дыуан ауылы аграр техникумында Халыҡ-ара эшһеҙлектән яҡлау көнөнә арналған «Киләсәк — эшсе кадрҙар ҡулында» исемле йәштәр акцияһы үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Халыҡ-ара эшһеҙлектән яҡлау көнө йыл һайын 21 майҙа билдәләнә.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция сиктәрендә махсус күргәҙмә, вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Уларҙа республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында урынлашҡан предприятиелар һәм һөнәри белем биреү учреждениелары экспозициялары тәҡдим ителә.

Бынан тыш, эшсе һөнәрҙәрҙең презентациялары ойоштороласаҡ, Дыуан аграр техникумы уҡытыусылары һәм студенттары оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

автор: Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть