11 декабрь, Йәкшәмбе

16 май 2013 йыл, 9:56

31 предприятие үҙ продукцияһын «Башҡортостан продукты» билдәһе аҫтында һатыу хоҡуғына эйә булды

автор: Галина Бахшиева

«Башҡортостан продукты» билдәһен алыуға БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына төбәктең тауар етештереүселәренән йәмғеһе 46 заявка ҡабул ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан продукты» билдәһен булдырыу идеяһын БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тәҡдим итте. Бындай сара республика тауар етештереүселәре продукцияһының урындағы баҙарҙа киң файҙаланылыуына йүнәлтелгән.

Ҡулланыусылар иғтибарын урындағы предприятиелар продукцияһына йәлеп итеү, шулай уҡ үҙебеҙҙең продукцияны эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа киң йәйелдереү проекттың төп маҡсаты блып тора.

— Бөгөнгө көндә 31 предприятие үҙ продукцияһын «Башҡортостан продукты» билдәһе аҫтында һатыу хоҡуғына эйә. Уларҙың күпселеге һөт, икмәк-ҡалас продукттарын, ит һәм кондитер изделиеларын, шулай уҡ эсәр һыу етештереүҙә махсуслашҡан. Дөйөм алғанда, «Башҡортостан продукты» билдәһе аҫтында 700 төр продукция һатыла башлаясаҡ, — тип хәбәр итте БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының бүлек мөдире Наталья Николаева. Уның һүҙҙәренсә, ирекле нигеҙҙә аҙыҡ-түлек продукттарына «Башҡортостан продукты» билдәһен ҡуйыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Әлеге ваҡытта уларҙың барыһы ла тикшерелә.