4 декабрь, Йәкшәмбе

15 май 2013 йыл, 17:01

Учалы районында алты ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар алды

автор: Людмила Терновая

Учалы районы хакимиәтендә алты ғаиләгә сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Аҡсалата сертификаттар республикала «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бүленде. Абҙаҡ, Миндәк, Өргән, Ураҙ, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылдарынан, Учалынан йәш ғаиләләрҙе сәләмләп, хакимиәт башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, программала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла агросәнәғәт һәм бюджет өлкәләрендә эшләй, балалар тәрбиәләй, тип билдәләне һәм барыһына ла ғаилә бәхете теләне. Тантаналы рәүештә биш ғаилә – 680 мең һум күләмендә, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан бер ғаилә 900 мең һумдан ашыу күләмдә сертификаттар алды. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы дүрт миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

«2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» маҡсатлы программаһы Башҡортостанда 2004 йылдан алып тормошҡа ашырыла, был ваҡыт эсендә Учалы районында йәшәгән 116 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡсалата ярҙам алды. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 68 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.