Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «ауыл» зоопаркы асылды

Йәмғиәт

«Башҡортостан» сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында ғәҙәти булмаған зоопарк асылды. Унда 30-ҙан ашыу хайуанды күрергә була. Улар араһында кәзә, һарыҡ, сусҡа бәрәстәре, себештәр, декоратив тауыҡтар, гөбөргәйелдәр, шулай уҡ ҡуяндар, диңгеҙ сусҡалары, ҡырғауыл, мысыр тауығы һәм хатта страус та бар. Улар барыһы ла Екатеринбургтан килтерелгән.

— Мегаполиста йәшәгән бала тауыҡтың ниндәй икәнен дә белмәй, был — ғәҙәти күренеш, — тине зоопарк етәксеһе Вадим Беляев. – Ауыл фермаһы шарттарында балалар йорт хайуандарын нисек аҫрауҙарын күреп, уларҙы һыйпап, ашатып ҡарай аласаҡ.

Зоопарк ял көндәрһеҙ һәм тәнәфесһеҙ 10.00 – 21.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк.

Теги: зоопарк
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть