Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостанға 196,21 миллион һум аҡса бүләсәк

Сәйәсәт

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостанға 196,21 миллион һум аҡса бүләсәк. Дәүләт корпорацияһы идараһы төбәктең күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкаһын хупланы.

Республика ҡушып финанслау тәртибендә 248,15 миллион һум аҡса бүләсәк, тип аңлаттылар дәүләт корпорацияһында. Был средстволар Дүртөйлө, Туймазы, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында урынлашҡан 51 күп фатилы йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтеләсәк. Торлаҡ шарттарын 7887 кеше яҡшыртасаҡ.

2008-2012 йылдарҙа күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан 10,74 миллиард һум аҡса бүленде. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк 4,22 миллиард һум өҫтәне. Был средстволар 1172 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелде, 214940 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Авария хәлендәге 602 йортта йәшәгән 15931 кеше яңы фатирҙар алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть