4 декабрь, Йәкшәмбе

15 май 2013 йыл, 10:52

Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Арканзас штаты университеты үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерә

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына эш визиты менән Американың Арканзас штаты университеты делегацияһы килде. Сит ил ҡунаҡтары араһында — белем биреү факультеты уҡытыусылары һәм аспиранттары: профессорҙар Джулия Грэди, Аман Салех, аспиранттар Карин Брэнди Хамфри, Пэм Шультц һәм Шина Террел.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, визит сиктәрендә Америка вәкилдәре өсөнсө йәштәр фәне фестивалендә, «Берлектәге фәнни һәм белем биреү эшмәкәрлеген үҫтереү мөмкинлектәре» темаһына түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашасаҡ, университет факультеттары уҡытыусылары һәм студенттары, шулай уҡ ректор менән осрашасаҡ, дөйөм белем биреү мәктәптәренә барасаҡ. Сит ил делегацияһы өсөн мәҙәни программа ла ҡаралған.