6 декабрь, Шишәмбе

15 май 2013 йыл, 10:06

Лилиә Ғүмәрова: «Өфөләге яңы гемодиализ үҙәге – медицина өлкәһендә уңышлы шәхси-дәүләт партнерлыҡ өлгөһө» [ВИДЕО]

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Шишәмбе, 14 майҙа, Өфөлә яңы диализ үҙәге асылды. Әлеге проект Башҡортостан менән нефрология өлкәһендә медицина хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса донъяның иң ҙур компанияларының береһе – Швецияның «Diaverum» компанияһы, шулай уҡ Рәсәйҙең гемодиализ өсөн медицина ҡорамалдары етештергән «Юнона» холдингы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында шәхси-дәүләт партнерлыҡ сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Гемодиализ үҙәген асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Швеция Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Вероника Бард Брингеус, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, «Diaverum» компанияһы президенты Даг Андерссон, «Юнона» холдингының директорҙар советы рәйесе Александр Петров һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Вице-премьер иҫәпләүенсә, Өфөләге яңы диализ үҙәге медицина өлкәһендә уңышлы шәхси-дәүләт партнерлыҡ өлгөһө булып тора. Власть органдары инвестициялар өсөн уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ итһә, шәхси инвесторҙар барыһын да тиҙ һәм сифатлы эшләне.

— Рәсәй-Швеция мөнәсәбәттәре киләсәктә нығыныр һәм Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында берлектәге проекттар, инвестициялар, социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән мөһим йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек өсөн иң уңайлы төбәктәрҙең береһенә әйләнер, тип уйлайым, — тине Лилиә Ғүмәрова.

Тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, клиника, өс сменала эшләп, көнөнә 84 пациентты ҡабул итә аласаҡ. Ауырыуҙарҙы дауалау – бушлай. Штатта 41 кеше иҫәпләнә. Улар – өҫтәмә махсус белем алған алты табип-нефролог, шәфҡәт туташтары һәм хеҙмәтләндереү персоналы.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев һүҙҙәренсә, диализ бүлексәләре бөгөнгө көндә Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, Республика кардиология диспансерында, 21-се ҡала клиник дауаханаһында, шулай уҡ Белорет, Сибай, Күмертау, Нефтекама, Мәсәғүт, Октябрьскийҙа эшләй. Инорс биҫтәһендә асылған диализ үҙәге – иҫәп буйынса унынсыһы.